

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, Сибайҙағы тау-байыҡтырыу фабрикаһы яңы инвестор килеү менән икенсе һулыш аласаҡ.
- Урал аръяғының, айырыуса ҡаҙылма тармаҡтың нисек үҫешеүе республика өсөн бик мөһим. Шул уҡ ваҡытта иҡтисад үҫеш һәм экологик хәл балансы, урындағы халыҡтың йәшәү сифатын һаҡлау бик мөһим, – ти Андрей Назаров. «Полиметалл» компанияһының Сибайҙа етештереү ҡеүәттәрен үҫтереү өсөн кәрәкле технологиялары һәм компетенциялары бар. Байыҡтырыу фабрикаһының эшмәкәрлеге цивилизациялы буласаҡ. Бынан тыш, емереклектәр һәм карьер контролдә булһын өсөн эш алып барыласаҡ. Компанияның эшмәкәрлеген киңәйтеү Сибайҙа 500 – гә яҡын яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, берлектәге эш урта һөнәри белем биреү учреждениеларына ярҙам итеүҙе, шулай уҡ ҡала инфраструктураһын үҫтереүҙе үҙ эсенә аласаҡ.