

Абсолют лидер булып Мәскәү тора, унда экологик йыйым суммаһы 12 миллиард һумдан ашып киткән. Беренсе унауға шулай уҡ Мәскәү, Рязань, Новосибирск өлкәләре, Санкт-Петербург ҡалаһы, Ленинград һәм Тула өлкәләре, Башҡортостан, Татарстан һәм Липецк өлкәһе инә. Росприроднадзор етәксеһе Светлана Радионова хәбәр итеүенсә, 2025 йылда алдағы ике йылда сығарылған тауарҙар һәм төргәктәр өсөн экологик йыйым 19,7 миллиард һум тәшкил иткән, был планлаштырылған 7 миллиард һумдан 2,8 тапҡырға күберәк. Уның һүҙҙәренсә, экологик йыйым артыуының ике сәбәбе бар — объектив һәм субъектив.