

Карантин бүлеге белгестәре үҫемлек майының бөтә 22 партияһындағы өлгөләрҙе һайлап алған. Продукция импортлаусы илдең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тап килә, тип хәбәр иткән күҙәтеүсе ведомство. Идаралыҡ 22 фитосанитар сертификат биргән.
Бынан алда Башҡортостан Ҡытайға 2 мең тонна көнбағыш майы оҙатҡан. Әйткәндәй, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаттар сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты булып, 2030 йылға сеймал булмаған энергияһыҙ тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тора.