Иҡтисад
5 Июнь 2025, 05:50

Инвестициялар 107 миллиард һум тәшкил иткән

Башҡортостанда беренсе кварталда төп капиталға инвестициялар 106,8 миллиард һум тәшкил иткән, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 5,5 процентҡа түбәнерәк.  #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Инвестициялар 107  миллиард һум тәшкил иткәнИнвестициялар 107  миллиард һум тәшкил иткән
Инвестициялар 107 миллиард һум тәшкил иткән

Уҙған йылдың беренсе кварталында Росстат Башҡортостанда инвестицияларҙың сағыштырмаса хаҡтарҙа 24,2 процентҡа артыуын теркәгән, номиналь сағылышта күрһәткес 104,9 миллиард һум тәшкил иткән. Шулай итеп, ағымдағы йылда күрһәткестең түбәнәйеүенә уҙған йылдың беренсе кварталының юғары базаһы тәьҫире йоғонто яһауы ихтимал. Дөйөм алғанда, ил буйынса төп капиталға инвестициялар беренсе кварталда йыллыҡ сағылышта 8,7 процентҡа арта, номиналь сағылышта инвестициялар күләме 6,9 триллион һум тәшкил иткән. Волга буйы федераль округында беренсе кварталда инвестициялар күләме 13 процентҡа артҡан, номиналь күрһәткес 1,03 триллион һум тәшкил иткән. Волга буйы федераль округында беренсе  кварталда инвестициялар күләме буйынса лидерҙар булып Татарстан (357,6 миллиард һум), Түбәнге Новгород өлкәһе (112 миллиард һум) һәм Башҡортостан (106,8 миллиард) тора. Күрһәткестең иң һиҙелерлек үҫеше Татарстанда (+38,4%), Пенза өлкәһендә (+25,9%) һәм Һарытау өлкәһендә (+15%) теркәлгән. Округтың дүрт төбәгендә күрһәткестәр кәмей, бигерәк тә Мари республикаһында (-23,8%).

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас