Иҡтисад
11 Июнь 2025, 03:30

Туристарҙы йәлеп итеү өсөн

Башҡортостанға «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты сиктәрендә күмәк сараларҙы ойоштороуға һәм үткәреүгә федераль бюджеттан 44,1 миллион һум бүленгән. #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Туристарҙы йәлеп итеү өсөнТуристарҙы йәлеп итеү өсөн
Туристарҙы йәлеп итеү өсөн

Был хаҡта БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иткәндәр. Ведомство башлығы Зөһрә Гордиенко билдәләүенсә, дәүләт ярҙамы арҡаһында республика бөтә илдән туристарҙы йәлеп иткән тамаша һәм иҫтә ҡалырлыҡ саралар үткәреү өсөн яңы мөмкинлектәр ала. Милли проект сиктәрендә Башҡортостанда «Салауат йыйыны»  байрамы, «Рахатта» халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале, «Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивале, күсмә халыҡтар мәҙәниәте фестивале, «Терра ҡыш» фестивале кеүек саралар уҙғарыласаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас