

“Алтын айыу балаһы” балалар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр өлкәһендә Рәсәйҙә абруйлы, төп премия. Ул РФ Федерация советы, балалар тауарҙары индустрияһы ассоциацияһы, РФ сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ярҙамында үткәрелә.
„Корона” предприятиеһы бында тәүге еңеүе түгел“, — тип яҙған был хаҡта Башҡортостан Башлығы үҙенең Телеграмм-каналында.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктә балалар тауарҙары етештереүселәргә ярҙам итеү өсөн бик күп эштәр башҡарыла, ҙур системалы эш алып барыла. Атап әйткәндә, займдар бирәләр, сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплайҙар, кластерҙар төҙөйҙәр.
"Балалар тауарҙары индустрияһы менән бәйле бөтә нәмә лә беренсе сиратта әһәмиәткә эйә. Мин инде һөйләнем һәм ҡабатлайым — был балалыҡ тураһында түгел. Был балаларыбыҙҙың тәрбиәһе, шәхес формалашыуы, һаулығы тураһында. Һәм, әлбиттә, был уларҙың бәхет һәм йылмайыу сығанағы. Бының өсөн алға барабыҙ», — тип йомғаҡлаған Радий Хәбиров.
Был предприятиеның уңышы "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проекты сиктәрендә «Хеҙмәт етештереүсәнлеге " федераль проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итә.