

Аҡсаны станоктар эшләү сәнәғәт кластерында ҡатнашыусы «ЕСМ» һәм «Асгард» фирмалары, Нефть химияһы кластерының ике компанияһы — «ЮралМинералс» һәм «Эластпром» аласаҡ. Йәлеп ителгән аҡса етештереүҙе үҫтереүгә яҡшы инвестициялар буласаҡ. Республикала импортты алмаштырыу, баҙарҙағы буш урындарҙы тултырыу кәрәклеге генә түгел, үҙ технологияларын үҫтереү мөмкинлеге буласаҡ.
"Был кластерҙарҙың ни өсөн кәрәклеге тураһында һорауға яуап шундай. Уларға ингән предприятиелар өҫтәмә дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Мәҫәлән, был төрлө субсидиялар, страховка иғәнәләрен кәметеү, льготалы кредитлау һәм башҡалар. Ауыр ваҡытта был айырыуса мөһим", - тине республика Башлығы Р. Хәбиров.
Әлегә Рәсәйҙә булған сәнәғәт кластерҙарының дүрттән бер өлөшө Башҡортостанда булдырылған, йәки йөҙҙән 25-е. Улар 300-ҙән ашыу төбәк предприятиеларын берләштерә.