Иҡтисад
19 Июнь 2025, 02:30

Каспийҙың һайығыуына ҡаршы көрәш варианттары эҙләнә

РФ Президенты Владимир Путин Петербург иҡтисади форумында Халыҡ-ара мәғлүмәт агентлыҡтары вәкилдәре менән аралашыу барышында Хөкүмәткә Каспий диңгеҙенең һайығыуы менән нисек көрәшеү варианттарын табырға ҡушылыуы хаҡында һөйләне. #ВладимирПутин

Каспийҙың һайығыуына ҡаршы көрәш варианттары эҙләнәКаспийҙың һайығыуына ҡаршы көрәш варианттары эҙләнә
Каспийҙың һайығыуына ҡаршы көрәш варианттары эҙләнә

РФ министрҙар кабинеты кәрәкле бойороҡтар алды һәм Әзербайжан хөкүмәте менән бергә саралар эҙләү өҫтөндә эшләй, тине ул. Май аҙағында балыҡсылыҡ буйынса мәғлүмәт агентлығы башлығы Александр Савельев хәбәр итеүенсә, элек тап Каспийға осетр балыҡсылығының 90 проценты тура килгән, әммә хәҙер ул юҡ ителгән тиерлек. Белгестәр Каспий диңгеҙенең экстремаль һайығыуы арҡаһында һыу кимәле -29 метрға еткән һәм алдағы 15 йылда ла түбәнәйеүен дауам итәсәк. Эксперт әйтеүенсә, хәҙер диңгеҙҙә осетрҙар тик яһалма үрсеү арҡаһында ғына бар, уға ғәйәт ҙур ресурстар тотонола. Килеп тыуған хәлдең төп сәбәбе - антропоген йоғонто, йәғни XX быуат дауамында Волгала гидроэлектростанцияларҙың тотош "каскад"ын төҙөү.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас