Иҡтисад
19 Июнь 2025, 02:40

Тоҡомло мал үрсетеүгә субсидия бирелә

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары 5 меңдән ашыу тоҡомло мал һатырға әҙер.  #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана

Тоҡомло мал үрсетеүгә субсидия биреләТоҡомло мал үрсетеүгә субсидия бирелә
Тоҡомло мал үрсетеүгә субсидия бирелә

Был хужалыҡтар барыһы ла тоҡомло мал үрсетеүсе статусына эйә. Һүҙ, атап әйткәндә, һөт һәм ит йүнәлешле быҙауҙар һатыу тураһында бара. Республикалағы  бер нисә тоҡомсолоҡ хужалығы бер юлы голштин, бестужев, симменталь, абердин-ангус һәм герефорд тоҡомдары тәҡдим итә. Бынан тыш, тоҡомло аттар, һарыҡтар һәм сусҡалар һатыла.

        Башҡортостандың өс ауыл хужалығы предприятиеһы теләүселәргә  башҡорт тоҡомло бал ҡорто ғаиләләре, бал ҡорто пакеттары һәм инә ҡорттар тәҡдим итә.

       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостанда тоҡомло малсылыҡҡа ярҙамға федераль һәм төбәк бюджеттарынан 300 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Тоҡомло мал һатып алыу һәм аҫрау өсөн субсидия бер баш иҫәбендә бирелә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас