Иҡтисад
23 Июнь 2025, 03:49

Был республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында 100 миллиард һумға яҡын суммаға тиҫтәләгән килешеү төҙөгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Был республикабыҙ өсөн ғорурлыҡБыл республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ
Был республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ

Республика икенсе йыл рәттән Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөгән инвестиция мөхите торошо рейтингында өсөнсө урынды алды. Өсөнсө урында шулай уҡ Мәскәү өлкәһе. Рейтингта икенсе урынды Түбәнге Новгород өлкәһе һәм Татарстан алған,беренсе урында-Мәскәү.

      Эксперттар республиканың юғары инвестиция рейтингын идара итеү командаһының эшенең һәм уның бизнес-берләшмә менән үҙ-ара эш итеүенең ҡаҙанышы тип атаған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, күп осраҡта инвестрейтинг эшҡыуарҙарҙың идара итеү командаһы эшмәкәрлеген баһалауға ҡорола. Бына был мөһим. Йәғни беҙҙе инвестициялар менән шөғөлләнгән кешеләр баһалай. Минеңсә, был бик һәйбәт, был республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ. Әлбиттә, бөтә инвесторҙарыбыҙға, эшҡыуарҙарға ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәм, сөнки илебеҙҙең бик ҡатмарлы үҫеш осоронда кешеләр килә, аҡса һала, яңы предприятиелар, яңы инвестиция проекттары барлыҡҡа килә», — тигән Р. Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас