

Был уҙған йылдың ошо осорона ҡарағанда 2,5 мең тоннаға, йәғни 50 процентҡа күберәк. Үҫемлек майының бөтә продукцияһы импортлаусы ил талаптарына тап килә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алған экспорт партияһын тикшереүсе Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығы белгестәре. Әйткәндәй, 2020 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһының баш таможня идаралығы (GACC) Башҡортостандың ике предприятиеһын көнбағыш майы, шулай уҡ рапс шроты һәм һығынтыһы буйынса аттестация үткәргән була. Улар «Элеватор» һәм «Шишмә МЭЗ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең май экстракцияһы заводтары. Ул ваҡытта ҡытай властары 37 рәсәй үҫемлек майы етештереүсеһен аттестациялаған булған.