

Республика майҙансығында 10 мең кеше булған, төбәктең сәнәғәт, инвестиция һәм туристик потенциалы менән танышҡан. Рәсәй төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң Милли рейтингында Башҡортостан икенсе йыл рәттән өсөнсө урынды алған. Форум майҙансығында 33 килешеүгә ҡул ҡуйыу республика делегацияһы эшенең мөһим һөҙөмтәһе булған. Был документтар менән нығытылған инвестицияларҙың дөйөм күләме – 100 миллиард һум самаһы тәшкил иткән.