

“Республикала уңайлы һәм заманса туристик инфраструктура формалаша. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 600 — ҙән ашыу коллектив урынлаштырыу сараһы эшләй, өҫтәүенә уҙған биш йыллыҡта номерҙар фонды 800 берәмеккә артҡан»,- ти был хаҡта БР Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.
Шул уҡ ваҡытта төбәктә туризмдың яңы форматы — глэмпингтарҙа ял итеү популярлыҡ яулай. Мәҫәлән, 2020 йылда Башҡортостанда ни бары биш глэмпинг иҫәпләнһә, бөгөн инде 120-нән ашыу. Уларҙың 110-ы йыл әйләнәһенә эшләй.
Миҙгел башына төбәктә рәсми раҫланған 59 маршрут әҙерләнгән, төрлө йүнәлештәге 61 ҙур сараны үҙ эсенә алған бай календарь әҙерләнгән. Туристарҙың хәүефһеҙлегенә һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатына айырым иғтибар биреләсәк. Шулай уҡ туристик өлкәлә дәүләт контроленең яңы механизмы эшләй башлауы ла мөһим. Был законһыҙ бизнесты кәметәсәк һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрәсәк. Бынан тыш, Башҡортостанда ҡунаҡханаларҙы һәм башҡа урындарҙы классификациялау буйынса эш бара, экскурсоводтарҙы, гид-тәржемәселәрҙе һәм инструктор-проводниктарҙы аттестациялау дауам итәсәк.
Ошо арала Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән туристик тармаҡты үҫтереү программаһын әҙерләргә тейеш.
Программа төбәктә туризмды үҫтереү буйынса юл картаһын эшләргә, туризмдағы заманса тенденцияларҙы, туристарҙың ихтыяждарын һәм республика мөмкинлектәрен иҫәпкә алырға тейеш.