Иҡтисад
17 Июль 2025, 03:23

Дүртөйлө - Ачит юл участкаһы нимәһе менән үҙенсәлекле?

2021 йылда РФ Президенты Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә М-12 Мәскәү - Ҡазан трассаһын Екатеринбургҡа тиклем оҙайтырға ҡушҡайны. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Яңы магистраль М-12 “Восток” трассаһының дауамы булып тора һәм өс төбәк: Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе биләмәләре аша үтә. Бөгөн Дүртөйлө-Ачит участкаһы-транспорт сиселештәре менән дүрт һыҙатлы тиҙ йөрөшлө автомобиль юлы. Яңы трасса Урал менән Волга буйы төбәктәре бәйләнешен яҡынайта, еңел транспорттың Ҡазандан Екатеринбургҡа тиклемге юл ваҡытын 6 сәғәттән ашыу, ә йөк транспортын 4 сәғәттән ашыуға тиклем ҡыҫҡарта. Был шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырырға һәм йөк трафигын тораҡ пункттарҙан ситкә сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Трассаның эргә зонаһында төбәктәрҙең инвестиция йәлеп итеүсәнлеге артасаҡ, туризмды үҫтереүгә, яңы предприятиелар һәм эш урындары булдырыуға импульс бирәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас