

Төбәк етәксеһе урып-йыйыу кампанияһына старт бирҙе һәм Агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
- Яҡын көндәрҙә республика баҫыуҙарына 4 190 комбайн сығасаҡ, был былтырғыға ҡарағанда 80-гә күберәк. Муниципалитеттарыбыҙға, фермер хужалыҡтары башлыҡтарына, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә яңы техниканы әүҙем һатып алыуығыҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Үҙ яғынан ауыл хужалығы машиналары һәм ҡорамалдар, шул иҫәптән илебеҙҙә етештерелгән ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялау буйынса бөтә йөкләмәләрҙе үтәйәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Быйыл яҡшы уңыш көтәбеҙ. Урып-йыйыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса республикала иң яҡшы механизаторҙар билдәләнәсәк, тип өҫтәне төбәк етәксеһе. Артабан Радий Хәбиров Өфө районының «Таң» ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы Александр Порхун менән бергә «Ростсельмаш» иген йыйыу комбайнында баҫыуҙың старт участкаһын үтте.
Төбәк етәксеһе райондар башлыҡтары менән бергә күргәҙмәне ҡараны, унда 70-тән ашыу компания һәм фирма-заманса ауыл хужалығы техникаһы, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, ашламалар һәм агрохимия етештереүселәре үҙ продукцияһын ҡуйғайны. Бында рәсәйҙең, белоруссияның һәм сит илдәрҙең алдынғы предприятиеларынан 140-тан ашыу берәмек техника тәҡдим ителгән ине.