Иҡтисад
31 Июль 2025, 02:20

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» проектында алдынғы

Республиканың 200-ҙән ашыу предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль проектында ҡатнаша.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» проектында алдынғы«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» проектында алдынғы
«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» проектында алдынғы

Башҡортостан илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы рейтингында хеҙмәт етештереүсәнлеге йәһәтенән алдынғы төбәктәр төркөмөнә инә. 2019 йылдан алып республика предприятиеларында 100-ҙән ашыу проект тормошҡа ашырыла, улар республика предприятиеларына 4,5 миллиард һумлыҡ дөйөм иҡтисади һөҙөмтә алырға мөмкинлек биргән. Процесстарҙы оптималләштереү иҫәбенә компаниялар сығымдарҙы кәметә һәм етештереү күләмен арттыра. Мәҫәлән, Туймазының «Корона» фабрикаһы матрастар сығарыуҙы ике тапҡырға тиерлек арттырған, ә Өфөләге «Орбита» предприятиеһы аяҡ – ҡулдарҙың хәрәкәтсәнлеген тергеҙеү өсөн реабилитация ҡорамалдары - аппараттар сығарыуҙы шулай уҡ ике тапҡырға арттырған. Милли проект сиктәрендә компаниялар өҫтәмә ярҙам саралары - льготалы займдар, экспортҡа сығыу өсөн акселерация программалары һәм «етештереүсәнлек лидерҙары» программаһы буйынса идарасыларҙы уҡыта.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас