Иҡтисад
31 Июль 2025, 02:30

Инвестициялар күләме 2,6 миллиард һум буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы «Инвестиция сәғәте»ндә  ауыл хужалығында, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы башланғыстар ҡаралды.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Инвестициялар күләме 2,6 миллиард һум буласаҡИнвестициялар күләме 2,6 миллиард һум буласаҡ
Инвестициялар күләме 2,6 миллиард һум буласаҡ

«Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһының генераль директоры («Таврос» компаниялар төркөмөнә инә) Ирина Гаврилкина Өфө районының Авдон ауылында эшләп килгән майҙансыҡта тауар йомортҡаһы етештереүҙе киңәйтеү һәм Благовар районында ҡеүәте сәғәтенә 30 тонна булған ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөү проектын тәҡдим итте. Унда 360 мең ҡошҡа иҫәпләнгән фермалар төҙөү планлаштырыла. Был йылына йомортҡа алыу күләмен 800 миллион данаға тиклем еткереүгә мөмкинлек бирәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә участкала әҙерлек эштәре башҡарылған һәм производство корпустары төҙөлә башлаған. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,6 миллиард һум буласаҡ. Яңы ҡеүәттәрҙе сафҡа индереү 65 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Республиканың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хуплаған һәм уға һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус биргән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас