Иҡтисад
1 Август 2025, 05:07

Сауҙа-сервис комплексы төҙөлә

Кисә Республика Башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Сауҙа-сервис комплексы төҙөләСауҙа-сервис комплексы төҙөлә
Сауҙа-сервис комплексы төҙөлә

Унда сәнәғәттә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар ҡаралды. Мәҫәлән, «Башмаркет» компанияһы директоры Лилиә Ғәскәрова райондың Асҡар ауылында күп функциялы сауҙа-сервис комплексын төҙөү пландары хаҡында һөйләне. Проект буйынса инвестор майҙаны 960 квадрат метр булған ике ҡатлы бина төҙөргә планлаштыра. Беренсе ҡатта кафе һәм сауҙа майҙандары, ә икенсеһендә төҙөлөш материалдары магазины урынлаштырыласаҡ. Комплекс ауыл халҡын тәү сиратта кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итәсәк. Инвестициялар күләме 30 миллион һум тәшкил итә. Объектты файҙаланыуға тапшырғандан һуң 27 эш урыны булдырыу планлаштырыла. Башҡортостандың инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе. Әбйәлил районы хакимиәте лә ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

     Артабан ултырышта ҡатнашыусылар республика райондарының бизнес-шерифтарының эшмәкәрлеген баһаланы. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко билдәләүенсә, бизнес вәкилдәренең 82 процентының эшмәкәрлеген ыңғай баһалана. Улар төбәктең инвестиция портфелен формалаштырыуға ҙур өлөш индерә.

Әйткәндәй, 2025 йылда Башҡортостан биләмәһендә 2,2 мең эшҡыуарлыҡ башланғысы тормошҡа ашырыла, дөйөм күләмдә 949 миллиард һум аҡса һалына һәм 44 мең эш урыны булдырыла.

380-нән ашыу проект өҫтөнлөклө статусына эйә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас