Иҡтисад
8 Августа 2025, 04:10

Сит илдәргә 33 мең кубометр ағас материалдар оҙатылған

2025 йыл башынан Башҡортостан сит илдәргә 33 мең кубометр самаһы ағас экспортлаған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Сит илдәргә 33 мең кубометр ағас материалдар оҙатылғанСит илдәргә 33 мең кубометр ағас материалдар оҙатылған
Сит илдәргә 33 мең кубометр ағас материалдар оҙатылған

Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағас һәм  ағастан эшләнгән бөтә изделиелар импортлаусы илдәрҙең талаптарына тап килә. Ағас эшкәртеү продукцияһының бөтә 792 партияһы фитосанитар сертификаттар алған. Таҡталар, брус, башҡа төр ағас материалдар Әзербайжанға, Афғанстанға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Тажикстанға, Төркмәнстанға, Үзбәкстанға оҙатылған.

Әйтәйек, уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата сит илдәргә 44134 кубометр ағас материалдары оҙатылған булған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты булып, 2030 йылға сеймал булмаған һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа арттырыу тора.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас