Иҡтисад
21 Август 2025, 03:55

Инвесторҙарға тәҡдим бар

Ағиҙел ҡалаһы бәләкәй габаритлы суднолар етештереү буйынса  инвесторҙар эҙләй.   #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Инвесторҙарға тәҡдим барИнвесторҙарға тәҡдим бар
Инвесторҙарға тәҡдим бар

Проектҡа инвестициялар күләме 203,6 млн һумға баһалана, уны тормошҡа ашырғанда 30 эш урыны булдырылыуы ихтимал. Төҙөлөш ваҡыты ике йыл тәшкил итә, инвестициялар 5 йыл эсендә кире ҡайтарыла ала. Проект буйынса, производство 2 мең квадрат метрлыҡ цехтан, шул уҡ майҙанлы сеймал һәм әҙер продукция өсөн келәттән һәм 100 квадрат метрлыҡ административ бинанан тора ала. Проектты әҙерләү 4,8 млн һумға баһалана, төҙөлөш-монтаж эштәре — 158,6 млн һумға, транспорт паркын һатып алыу — 18,9 млн һумға, ҡорамалдар һатып алыуға сығымдар 19,8 млн һум тәшкил итеүе мөмкин.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас