Иҡтисад
27 Август 2025, 03:41

Ваҡлап һатыу әйләнеше буйынса лидерҙар иҫәбендә

Башҡортостанда ваҡлап һатыу сауҙаһының дөйөм әйләнеше алты айҙа уҙған йыл менән сағыштырғанда 4,7 процентҡа артып 785 миллиард һумға еткән.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Ваҡлап һатыу әйләнеше буйынса лидерҙар иҫәбендәВаҡлап һатыу әйләнеше буйынса лидерҙар иҫәбендә
Ваҡлап һатыу әйләнеше буйынса лидерҙар иҫәбендә

Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында икенсе урынды биләй.

Төбәктә бөтәһе 43 мең сауҙа предприятиеһы эшләй, шулар араһында бәләкәй форматлы сауҙа секторы һөҙөмтәле үҫешә. Әйткәндәй, тәүге ярты йылда муниципалитеттарҙа 13 мең тапҡыр урында етештерелгән тауар йәрминкәһе уҙғарылған. Ҡулланыусылар баҙарының мөһим өлөшө – йәмәғәт туҡланыуы. Был өлкәләге әйләнеш 2025 йылдың тәүге ярты йылында 28 миллиард һумдан ашҡан.  Юл буйы сервисы буйынса 200-гә яҡын инвестиция проекты эшләй, уларҙың дөйөм күләме 12 миллиард һум самаһы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас