

Һынауҙарҙы “ВНИИЗЖ” Брянск филиалы лабораторияһында тикшерәләр – экспертиза, ҡоро һөттөң импортлаусы илдең бөтә талаптарына тап килеүен раҫлаған.
2025 йыл башынан республиканан Ҡытайға дөйөм ауырлығы 150 тонна булған 19 партия һөт продукцияһы оҙатылған. Сағыштырыу өсөн, былтыр ошо осорға Россельхознадзор контроле аша 74 тонналыҡ 8 партия оҙатылған булған.
Белеүебеҙсә, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты 2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа еткереү.