Иҡтисад
1 Сентябрь 2025, 09:55

Аралашыу – эшлекле хеҙмәттәшлектең нигеҙе

Сыуаш Республикаһында аҙыҡ-түлек һәм агросәнәғәт тармағы компаниялары өсөн Халыҡ-ара һатып алыу сессияһы үткәрҙе. #ВладимирПутин

Аралашыу – эшлекле хеҙмәттәшлектең нигеҙеАралашыу – эшлекле хеҙмәттәшлектең нигеҙе
Аралашыу – эшлекле хеҙмәттәшлектең нигеҙе

“БашЭксКом” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ете һөҙөмтәле осрашыу үткәрҙе. Бешекләнгән ҡарабойҙай ярмаһы һәм он менән тәьмин итеү айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Ҡытай уҙаҡташтары фекер алышыуҙар менән генә сикләнмәгән, ә эшлекле һөйләшеүгә күсеп, логистиканы өйрәнә башлаған, был иһә киләсәк хеҙмәттәшлеккә нигеҙҙе тәьмин итеүгә яҡшы аҙым.

А.Р. Минһажев крәҫтиән (фермер) хужалығы һөйләшеүҙәр йомғаҡтары буйынса презентация материалдарына һәм коммерция тәҡдименә белешмәләр һораған.

“РОМТО” компанияһы һигеҙ осрашыу үткәрә: Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан тауарҙар өлгөһөн һораған, Ә Ҡытай вәкилдәре шарттар тураһында фекер алышыу өсөн бәйләнештәр менән алмашҡан.

– Беҙ халыҡ-ара баҙарҙы Башҡортостан компаниялары өсөн яҡыныраҡ итергә теләйбеҙ. Эшҡыуарҙарыбыҙ сит ил уҙаҡташтары менән илдән китмәйенсә аралашыуға мөмкинлек ала. Был сығымдарҙы кәметепкире бәйләнеш булдырырға мөмкинлек бирә, төбәк-ара бәйләнештәр ҙә нығый, – тип билдәләне Үҙәк етәксеһе Татьяна Изотова.

Республика өсөн бындай осрашыуҙар визит карточкалары менән алмашыу ғына түгел, ә был предприятиелар өсөн яңы заказдар, экспорттың үҫеше, өҫтәмә эш урындары һәм төбәктең иҡтисади тотороҡлоғон нығытыу.

Халыҡ-ара һатып алыу сессияһындағы һөйләшеүҙәр киләсәктә контракттар төҙөү майҙансығына әйләнә. Ә контракттар менән бергә – республика иҡтисадының үҫешенә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас