Иҡтисад
1 Сентябрь 2025, 09:40

Он етештереү арта

Был партияны Дәүләкән һәм Баймаҡ райондары он тартыу предприятиелары әҙерләгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана 

Он етештереү артаОн етештереү арта
Он етештереү арта

Башҡортостандан бойҙай һәм арыш оно менән 12 тимер юл вагоны экспортҡа оҙатылды. Уны Азербайжан һәм Төркмәнстан һатып алған. 

760 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы партияны республиканың Дәүләкән һәм Баймаҡ райондары он тартыу предприятиелары әҙерләгән. Бөтә тауар өлгөләре кәрәкле лаборатория экспертизаһын үтте, тип билдәләнеләр Россельхознадзорҙың төбәк идаралығында.

Идаралыҡ мәғлүмәттәре буйынса, экспертиза һөҙөмтәләре буйынса тауарҙа хәүефле карантин организмдары һәм ҡоротҡостар табылмаған. Экспорт тауары импортлаусы илдәрҙең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тулыһынса тап килә.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикала он етештереү күләме 29 процентҡа артҡан. Йыл башынан алып Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме 186 миллион доллар тәшкил иткән. Тауар донъяның 27 иленә оҙатылаБашлыса был - майлы продукция һәм аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукттары.

 

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас