

Уҙған йылдың беренсе ярты йыллығында Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар 272,9 миллиард һум тәшкил иткән.
Волга буйы федераль округында 2025 йылдың беренсе ярты йыллығында инвестициялар күләме 2,2 триллион һум тәшкил иткән, йәки бер йылда күрһәткес 4,4 процентҡа артҡан. Округтың 14 төбәгенең һигеҙендә үҫеш теркәлгән. Татарстанда күрһәткестәр 14,6 процентҡа артҡан. Алты төбәктә кәмеү күҙәтелә, әйтәйек — Мари республикаһында 16,8 процент.
Дөйөм алғанда беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса, илдә төп капиталға инвестициялар күләме 16 триллион һум тәшкил иткән, бер йылда күрһәткес 4,3 процентҡа артҡан.