Иҡтисад
10 Сентябрь 2025, 04:10

Кредит каникулдары эшҡыуарҙар өсөн

1 октябрҙән бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһе эшҡыуарҙары һәм үҙмәшғүл граждандар алты айға тиклем кредит каникулдарын ала аласаҡ. #ВладимирПутин

Кредит каникулдары эшҡыуарҙар өсөнКредит каникулдары эшҡыуарҙар өсөн
Кредит каникулдары эшҡыуарҙар өсөн

Тейешле федераль законға РФ Президенты Владимир Путин 31 июлдә ҡул ҡуйғайны. Мәҫәлән, закон льготалы кредитлау программалары буйынса кредит алған эшҡыуарҙарға  кредит буйынса түләүҙәрҙе ярты йылға тиклем кисектереү мөмкинлеген бирә, әммә был биш йылға бер тапҡыр мөмкин. Әгәр үҙмәшғүлдәрҙең кредит йәки займ күләме 10 миллион һумдан артмаһа, кредит каникулдары хуплана, микропредприятиелар өсөн 60 миллион һум, бәләкәй предприятиелар өсөн 400 миллион һум, урта предприятиелар өсөн 1 миллиард һум. Льготалы осорҙа кредит буйынса процент килешеүҙә күрһәтелгән ставка буйынса иҫәпләнеүен дауам итә. Ул шулай уҡ ай һайын капитализацияланасаҡ.  

     Әйткәндәй, 2024 йыл аҙағына Рәсәйҙә 12 миллиондан ашыу үҙмәшғүл иҫәпләнә. Улар араһында иҡтисади яҡтан әүҙем булмағандар өлөшө яҡынса 30 процент тәшкил итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас