

Был маҡсатҡа 75 төбәккә бөтәһе 1,5 миллиард һум аҡса бүленгән.
Субсидиялар ярҙамында төбәктәрҙә 1,1 мең бәләкәй һәм урта предприятие ҡатнашлығында экспорт килешеүҙәре төҙөү күҙаллана. Субсидияларҙың иң ҙур күләме Башҡортостан һәм Ростов өлкәһе өсөн ҡаралған — 49,9-шар миллион һум. Краснодар крайына 48,9 миллион һум бүленә. Иң аҙ аҡсаны Мурманск өлкәһе - 3,1 миллион һум, Төньяҡ Осетия, Ҡарасәй — Черкесия, Запорожье һәм Херсон өлкәләре - 4,5-әр миллион һум аласаҡ. Аҡса «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ингән «Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереүҙең Системалы саралары» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бүленә.