Проекттың хаҡы 180 миллион һумға баһалана. Продукция энергетика, сәнәғәт предприятиеларында, электр селтәрҙәрендә, төҙөүселәр ҡулланыу өсөн тәғәйенләнә. Заводты 2030 йылға тиклем төҙөргә һәм эшләтеп ебәрергә йыйыналар. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу 17 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Сығарылған продукция импортты алмаштыра, тип раҫлай инвестор.
"Был проект Башҡортостандың төҙөлөш тармағын һәм энергетика инфраструктураһын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, производствоны урынлаштырыу импортты алмаштырыу мәсьәләһен хәл итеүгә аҙым буласаҡ», — ти БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Төбәктеңинвестиция комитетыпроектҡаөҫтөнлөклөстатусбирҙе. Хөкүмәткомпания менән капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеү төҙөргә йыйына.Былинвесторға ер участкаһын сауҙаһыҙ ҡуртымға алырға һәм проектты тормошҡа ашырыу барышында көйләү шарттарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырыуға иҫәп тоторға мөмкинлек бирәсәк.