Башҡортостан республикаһы Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, осрашыуҙа «Сибай – Подольск – Новорудная» тимер юл тармағын төҙөү проекты тикшерелгән.
Был юл Башҡортостанды Ҡаҙағстан, Үҙәк Азия илдәре, Ҡытай, шулай уҡ Түбәнге Волга һәм Кавказ төбәктәре менән бәйләйәсәк. Маршрут йөк һәм пассажирҙар ташыуҙы тиҙләтәсәк, экспорт мөмкинлектәрен киңәйтәсәк, эш урындары булдырасаҡ һәм төбәктәрҙең иҡтисади үҫешен арттырасаҡ.
Андрей Назаров һүҙҙәренсә, проект мөһим, ул дәүләт, бизнес һәм төбәктәрҙең көсөн берләштереүгә булышлыҡ итә.
Республика хөкүмәте мәғлүмәте буйынса, килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған, эш планы әҙерләнгән һәм күп кенә техник мәсьәләләр хәл ителгән.