Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Октябрь , 07:20

Өфө эргәһендә логистик үҙәк төҙөләсәк

«Социнвестстрой» инвестиция-төҙөлөш компанияһы Өфө районында күмәртәләп тауар бүлеү үҙәген төҙөүгә 2,3 миллиард һумдан ашыу аҡса һалырға ниәтләй. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өфө эргәһендә логистик үҙәк төҙөләсәк
Өфө эргәһендә логистик үҙәк төҙөләсәк

Объект аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙары һаҡлау өсөн А категориялы склад бинаһы буласаҡ. Логистик комплекстың дөйөм майҙаны 26,6 мең квадрат метр тәшкил итәсәк, шуларҙың 9,8 мең квадрат метрын һыуытҡыс ҡоролмалар биләйәсәк. Үҙәкте «СберЛогистика» компанияһы файҙаланырға планлаштыра. Проектты тормошҡа ашырғас 40-ҡа яҡын эш урыны булдырыла.  Комплексты төҙөүгә биш йыл бирелә. «Соцстройинвест "Инвестиция-төҙөлөш компанияһы" ЯСЙ-ы Ағиҙел ҡалаһында теркәлгән.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас