Документты Башҡортостан һәм Тажикстан хөкүмәттәре, ВЭБ һәм «Коргохи машинсози» предприятиеһы раҫланы. Республика яғынан документҡа төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
«ВЭБ.РФ» корпорацияһы паркты булдырыуға 500 миллион һум аҡса һаласаҡ. Кәрәк булғанда тағы 500 миллионға инвестициялар йәлеп ителәсәк.
Индустриаль паркты 9,3 гектар майҙанда булдырыу планлаштырыла. Производстволар дөйөм майҙаны 23,5 мең квадрат метрлыҡ өс корпуста урынлашасаҡ.
Проекттың партнеры - Башҡортостан республикаһының үҫеш корпорацияһы. Уны Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы йәлеп итә, ул компанияның өҫтөнлөклө зоналарҙы үҫтереүҙәге тәжрибәһен иҫәпкә алып билдәләй.
Парк эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып еңел сәнәғәт, станоктар эшләү, медицина ҡорамалдары, металлургия һанала. Резиденттар булып Башҡортостандан «Евнат» (сәнәғәт ҡорамалдары етештереү) һәм «Экосбер» (йылылыҡ-энергетика ҡорамалдары етештереү) компаниялары, Мәскәү эргәһендәге «Кардиодата» ЯСЙ-ы, Түбәнге Новгородтың «Русхим» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Тажикстандың «Ситораи Точ» ЯСЙ-ы (тегеү фабрикаһы булдырыу) торасаҡ, тип планлаштырыла.
Башҡортостан менән Тажикстандың берлектәге индустриаль паркын булдырыу төбәк бизнесына Үҙәк Азия баҙарына сығырға мөмкинлек бирәсәк.
Индустриаль парк территорияһында өҫтөнлөклө режим урынлаштырырға тәҡдим ителә: ергә, мөлкәткә һәм табышҡа һалымдарҙы ике тапҡырға кәметергә, НДС-тан һәм таможня пошлиналарынан азат итергә.