“Алма" күп функциялы комплекс төҙөү өсөн Асҡын районының Асҡын ауылында 0,47 гектар майҙанда участка ала.Ерҙефайҙаланыуҙың рөхсәтителгән төрөэшҡыуарлыҡ, участканың кадастр хаҡы 1,8 млн һум тәшкил итә.Комплекстытөҙөүгәинвестициялар 81миллионһумтәшкил итәсәк, 19 эш урыны булдырыласаҡ.
Өфөнөң Октябрь районында «ХелиПорт-Өфө» компанияһы пассажирҙар ташыуҙы хеҙмәтләндереү буйынса күп функциялы станция төҙөү өсөн 2 гектар ер аласаҡ. Ерҙең кадастр хаҡы 16,9 млн һум, рөхсәт ителгән ҡулланыу төрө пассажирҙар ташыуҙы хеҙмәтләндереү. Вертолеттарҙы ҡабул итеү һәм осороу өсөн терминал төҙөлөшөнә 170 миллион һум инвестиция һалыныуы, 17 эш урыны булдырылыуы көтөлә.
«Автострой» компанияһы күп функциялы комплекс төҙөү өсөн Иглиндә 0,26 гектар ер аласаҡ.Ерҙефайҙаланыуҙың рөхсәтителгән төрөмагазиндар, дөйөм туҡланыу һәм автомобиль йыуыу урындары. Участканың кадастр хаҡы 1,6 млн һум тәшкил итә.Инвестициялар 120 млн һумға баһалана, 24 эш урыны булдырыласаҡ.Комплекссоставына кафе, магазин һәм автомобиль йыуыу урыны инә.