2015 йылдан ул тулы цикллы коаксиаль төтөн сығарғыс етештерә һәм рәсәй баҙарының 50 проценттан ашыуын биләй.
375 миллион һумлыҡ инвестиция проекты сиктәрендә предприятие ҡеүәттәрен модернизациялау үткәрелә. Уның майҙансығында сәнәғәт роботтары, автомат лазерлы иретеп йәбештереү машиналары, 500 тонна баҫым көсөнә эйә ике кривошиплы пресс ҡуйылған, ул табаҡ металл штамплауҙы автоматик рәүештә башҡарырға мөмкинлек бирә.
– Беҙ импортты алмаштырыусы производствоны үҫтереүҙе дауам итәбеҙ, - ти компания директоры Вадим Ильясов. - Төбәктәрҙе газлаштырыу федераль программаһына булышлыҡ итеп, быйыл беҙ йорт хужалыҡтарына һәм социаль объекттарға зәңгәр яғыулыҡ индереүҙе еңеләйтәсәк көнкүреш һәм сәнәғәт ҡаҙанлыҡтарын сығара башланыҡ.