Форум барышында «НКМЗ – Групп» һәм «Техномаш» компанияларының етештереү майҙансыҡтарын асыу тантанаһы булды.
Предприятие вәкилдәре форумда ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең яңы проекттары менән таныштырҙы.
Мәҫәлән, Нефтекамала 120 миллион һумлыҡ инвестиция проекты, скважиналарҙы аҫҡы һәм өҫкө һурҙырыу комплекстарын пневмогидравлик һынау өсөн яңы стенд төҙөүгә йүнәлтелгән. Был проект Нефтекама предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек иткән «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник заданиеһын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә.
«НКМЗ-Групп» компанияһының директорҙар советы рәйесе Мостафа Асланов, яңы стендты сафҡа индереү производствоны үҫтереүҙең мөһим этабы булды, ти.
– Юғары технологиялы стенд рәсәй шельф ятҡылыҡтарын ҡорамалдар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләй Мостафа Асланов. - Быға тиклем илебеҙҙә етештерелмәгән ҡорамалдарҙы әҙерләнек һәм һынап ҡараныҡ. Компания коллективы исеменән республика етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ был ярҙамды тоябыҙ, һәм был беҙҙе артабанғы эшебеҙгә рухландыра.