Ғинуар – сентябрь айҙарында тармаҡ предприятиелары дөйөм алғанда 172 миллиард һумлыҡ аҙыҡ-түлек етештергән. Йыл аҙағына етештереү күләмен 230 миллиард һумға еткереү планлаштырыла.
Шуны ла билдәләр кәрәк, республика һөт һәм һөт продукцияһы, һыйыр һәм сусҡа ите буйынса үҙ ихтыяждарын тулыһынса тәьмин итә. Ә, үҫемлек майы эске ҡулланыуҙан һигеҙ тапҡырға, шәкәр ете тапҡырға күберәк етештерелә. Продукцияны эшкәртеү күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында бишенсе урынды биләй.
Тармаҡтың динамик үҫеше тәү сиратта предприятиеларҙың етештереү ҡеүәтен арттырыу иҫәбенә бара. Мәҫәлән, 2020 йылдан Башҡортостанда дөйөм инвестициялар күләме 9,6 миллиард һум булған ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өлкәһендә 12 проект тормошҡа ашырылған. Тағы ла 23 башланғыс әҙерлек кимәлендә.
2021 йылдан алып эшкәртеү предприятиеларына бөтәһе 946 миллион һумға дәүләт ярҙамына йүнәлтелгән. Атап әйткәндә, етештереүселәргә сеймал һәм эшкәртеү ҡорамалдары һатып алыу сығымдарының бер өлөшөн ҡаплайҙар. 100-ҙән ашыу производство 2022 йылда аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ярҙам итеү республика программаһы буйынса үҙ ҡеүәттәрен яңыртты.