Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь , 07:40

68,7 мең тонна көнбағыш шроты экспортлаған

Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы 2025 йылдың 11 айында төбәктең май экстракцияһы предприятиелары  Европа союзына, Африка һәм БДБ илдәренә экспортлау өсөн әҙерләнгән 68,7 мең тонна гранулланған көнбағыш шротын контролдә тотҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

68,7 мең тонна көнбағыш шроты экспортлаған
68,7 мең тонна көнбағыш шроты экспортлаған

Күҙәтеү ведомствоһынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан Германия, Латвия, Марокко һәм Төркмәнстан илдәренең ауыл хужалығы малдары һәм ҡоштары өсөн ҡиммәтле юғары протеинлы мал аҙығы өҫтәмәләрен һатып алған. Быйыл ғинуарҙан ноябргә тиклем көнбағыш шроты тейәлгән 980 тимер юл вагоны тикшерелгән һәм рәсмиләштерелгән.

“Тикшерелгән продукция өлгөләрендә хәүефле карантин организмдары асыҡланмаған", — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты-2030 йылға сеймал булмаған, энергетик булмаған тауарҙар экспортын 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуынҙы тәьмин итеү.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас