Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь , 07:50

Волга буйы федераль округында икенсе урында

Өс кварталда Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме 445 миллиард һум тәшкил иткән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Волга буйы федераль округында икенсе урында
Волга буйы федераль округында икенсе урында

Был 2024 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 9,4 процентҡа түбәнерәк. Дөйөм алғанда Волга буйы округында 0,8 процентҡа үҫеш теркәлгән. Аҡсалата сағылышта 14 төбәк буйынса инвестициялар суммаһы 3,7 триллион һум тәшкил иткән.

Үҫеш биш төбәктә теркәлгән: Татарстанда (+23,2%), Мордовияла (+4,5%), Ырымбур өлкәһендә (+4%), Ульяновск өлкәһендә (+2,1%) һәм Киров өлкәһендә (+0,2%). Инвестициялар күләменең максималь кәмеүе Түбәнге Новгород өлкәһендә (16,9 процент) теркәлгән.

Инвестициялар күләме буйынса Татарстан лидер (1,2 триллион һум). Башҡортостан икенсе урында, Түбәнге Новгород өлкәһе өсөнсө урында (378,9 миллиард һум).

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас