Һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү стратегияһы өс төп йүнәлешкә нигеҙләнә.
Беренсеһе-инфраструктура. Быйыл Башҡортостанда Рәсәй буйынса иң күп модулле конструкциялар төҙөгән, улар 134 объект, күбеһе сафҡа ингән.
Икенсеһе-кадрҙар. Республика «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары буйынса рекордлы финанслау суммалары йәлеп иткән.
Өсөнсөһө-медицина учреждениеларының эшмәкәрлеген цифрлаштырыу һәм камиллаштырыу.
Төбәктәге медицина учреждениеларында "Һаҡсыл етештереү" принциптарын индереү 2019 йылда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә башланды. 2025 йылдан был эштәр «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль проекты буйынса дауам ителә.
Мәҫәлән, поликлиникаларҙы яңыртыу барышында асыҡ регистратуралар, уңайлы навигация, пациенттар өсөн уңайлы көтөп алыу зоналары булдырыла, фирма дизайны эшләнә һәм хеҙмәткәрҙәрҙең тышҡы ҡиәфәтенә талаптар раҫлана, шулай уҡ беренсел звено хеҙмәттәре эше стандартлаштырыла. 2025 йылдан был проект стационарҙарға һәм стоматологияларға ҡағыла. Цифрлы инструменттар һәм сервистар, телемедицина консультациялары, һаулыҡ торошона дистанцион мониторинг әүҙем индерелә. Ауыр ҡорамалдарҙы файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға айырыуса иғтибар бүленә.