Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Декабрь , 17:20

Ике мең тоннанан ашыу орлоҡ экспортлаған

Йыл башынан Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары ике мең тоннанан ашыу иген, мал аҙығы һәм техник культуралар орлоғон экспортлаған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ике мең тоннанан ашыу орлоҡ экспортлаған
Ике мең тоннанан ашыу орлоҡ экспортлаған

Декабрь уртаһына Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығы белгестәре дөйөм алғанда 97 партия вика, донник, бойҙай, эспарцет һәм арпа орлоҡтарын тикшергән.

Орлоҡсолоҡ хужалыҡтары продукцияһы «ВНИИЗЖ» ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫНЫҢ Башҡортостан һынау лабораторияһында, шулай уҡ орлоҡтоң сорт һәм сәсеү сифаттарына һынауҙар комплексында кәрәкле фитосанитар экспертизалар һәм тикшеренеүҙәр үткән.

"Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса карантин организмдары асыҡланмаған, сәсеү өсөн орлоҡ материалы импортлаусы Беларусия, Германия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан илдәре талаптарына тап килә»,-тип белдергәндәр Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының маҡсаты - 2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас