Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Декабрь 2025, 07:50

Технопарктар үҫеше буйынса лидер

Индустриаль һәм технопарктарҙы үҫтереү һөҙөмтәһендә Башҡортостанға 45 миллиард һум инвестиция йәлеп итеү мөмкин булды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Технопарктар үҫеше буйынса лидер
Технопарктар үҫеше буйынса лидер

Республика преференциаль зоналарҙың үҫеш кимәле буйынса илдә лидерҙарҙың береһе булып тора.

Мәҫәлән, уның территорияһында 12 индустриаль һәм 19 технопарк эшләй, уларҙа 32 меңдән ашыу эш урыны булдырылған. Был өлкәлә 170 резидент эшләй.

Биш йыл эсендә индустриаль парктарҙың интеграль үҫеш күрһәткесе – 20 процентҡа, ә технопарктар буйынса 280 процентҡа артҡан. Эш урындары һаны һигеҙ тапҡырға арта. Парктарҙың дөйөм майҙаны 1 000 гектарға еткән.

Ике ҙур «Зубово» һәм «РВ1» радиоэлектрон технопарктарын сафҡа индереү буйынса әүҙем эш бара. Майҙансыҡтар резиденттар менән тултырыла.

Зубово технопаркының майҙаны яҡынса 80 гектар, инвестициялар күләме 1,8 миллиард һум тәшкил итә. Бында ике резидент – «Дорхан» компанияһы һәм «ЭлКом» предприятиеһы уңышлы эшләй, улар 170  эш урыны булдырған. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының конкурс һайлап алыу йомғаҡтары буйынса республика «Зубово» ғилми-производство үҙәген йыһазландырыуға федераль бюджеттан 1,3 миллиард һум алған.

“РВ1” радиоэлектрон технопаркы юғары технологиялы продукция етештереүҙең тулы циклын ойоштороуға йүнәлтелгән. Уны төҙөүгә 1,8 миллиард һум йүнәлтелгән. Бында 130 эш урыны булдырылған, ә 2026 йыл аҙағына тиклем уларҙы 300 – ҙән ашыуға тиклем еткереү планлаштырыла.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас