Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ғинуар , 10:30

58 инвестиция проекты өҫтөнлөклө булған

2025 йылда Башҡортостанда дөйөм суммаһы 36,3 миллиард һумлыҡ 58 инвестиция проекты өҫтөнлөклө булған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

58 инвестиция проекты өҫтөнлөклө булған
58 инвестиция проекты өҫтөнлөклө булған

Уларҙы тормошҡа ашырыу барышында 2,2 мең эш урыны булдырыласаҡ.

Дөйөм алғанда, йыл аҙағына өҫтөнлөклө исемлектә бөтәһе 391 инвестиция проекты иҫәпләнгән, инвестициялар күләме 859 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

Бер йылда 64,2 миллиард һумлыҡ 39 инвестиция проект исемлектән сығарылған. Ҡағиҙә булараҡ, проекттар тормошҡа ашырылғандан һуң, йәки эш барышында проектта тайпылыштар йәки боҙоуҙар асыҡлаһа, ҡарарҙы төбәк Инвестиция комитеты ҡабул итә. Мәҫәлән, уңышлы тормошҡа ашырыуға бәйле Башҡортостан ит компанияһының 13,9 миллиард һумлыҡ ике проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенән сығарылған.

Проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм тармаҡ башҡарма власть органдары тарафынан күҙәтелә. Һәр проектҡа куратор беркетелә.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас