Килешеүҙәр суммаһы уҙған йыл менән сағыштырғанда 36,2 процентҡа, һаны буйынса 16,3 процентҡа кәмегән.
2024 йылда республикала 229 миллиард һумға 78,9 мең контракт төҙөлгән булған.
Былтыр бер дәүләт контрактының уртаса хаҡы 2,2 миллион һум тәшкил иткән. 44-ФЗ федераль законы сиктәрендә конкурс процедуралары арҡаһында (дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙарҙы көйләй) 2025 йылда 7,7 миллиард һум бюджет аҡсаһы экономияланған.
Һуңғы өс йылда дәүләт һатып алыуҙарының иң юғары нөктәһе 2024 йылға тура килгән, әммә 2025 йылда контракттар һәм килешеүҙәр төҙөгәндә экономия һиҙелерлек артҡан.
Йыл эсендә иң күп аҡса төҙөлөш өлкәһендәге һатып алыуҙарға бүленгән — 59,9 миллиард һум. Заказсылар объекттар төҙөүгә һәм төҙөлөш эштәренә 4,8 мең контракт төҙөгән.
Икенсе урында - эшкәртеү производстволары продукцияһын: ҡорамалдар, дарыуҙар, материалдар, инструменттар һатып алыу килә. Был өлкәлә дәүләт заказсылары 57 миллиард һумға 36 мең контракт төҙөгән, шул иҫәптән:
18,4 миллиард һумға медицина ҡоралдары һәм ҡорамалдар;
18 миллиард һумлыҡ дарыуҙар һәм материалдар;
4,4 миллиард ҡағыҙ һәм ҡатырға продукцияһы;
3 миллиардҡа яҡын компьютер, оптик һәм электрон ҡорамалдар һатып алынған.
Дәүләт һатып алыуҙарының өсөнсө ҙур тармағы булып электр энергетикаһы тора: 2025 йылда 7,9 миллиард һумға 7,4 мең контракт төҙөлгән.
2025 йылда республикала бөтәһе 3,5 мең самаһы заказсы тендер үткәргән. Сағыштырыу өсөн 2024 йылда 3,6 мең үткән. Уларҙың иң эреләре — «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығы, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Рәсәй Социаль фондының республика буйынса бүлексәһе, БР юл хужалығы идаралығы, БР капиталь төҙөлөш идаралығы булған.