"Башҡортостан алдына амбициоз маҡсат ҡуйылды: 2030 йылға 1,25 триллион һумлыҡ инвестицияға етеү. Федераль указға ярашлы 2030 йылға 60 процентҡа үҫеш булырға тейеш. Беҙ федераль планканы ваҡытынан алда үтергә ниәтләйбеҙ. Әгәр барыһы ла килеп сыҡһа, 2026 йылда 900 миллиард һумдан ашыу инвестиция һаласаҡбыҙ», — тине БР премьер-министры Андрей Назаров.
Республикала эштәр бер нисә йүнәлеш буйынса бара, шул иҫәптән либерализацияның киләһе этабын әҙерләү һәм инвестиция ҡануниәтен көйләү. Шулай уҡ төбәктә власть органдарының инвесторҙар менән үҙ-ара эш итеүен тулыһынса цифрлаштырыу башлана. Бынан тыш, Башҡортостанда индустриаль парктар төҙөгәндә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын ҡулланырға ниәтләй.
Премьер әйтеүенсә, территорияларҙың һәм терәк тораҡ пункттарҙың тотороҡло үҫеше лә иғтибарҙа ҡала. Бында муниципаль берәмектәр менән эшләүҙең яңы форматына ставка яһалды — һәр ҡала һәм районға министрҙар кабинеты составынан кураторҙар беркетелгән.
Әйткәндәй, 2025 йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар 444,8 миллиард һум тәшкил иткән. Сағыштырмаса хаҡтарҙа күрһәткес 2024 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 9,4 процентҡа түбәнерәк.
Төбәктә инвестициялар буйынса һуңғы рекорд 2024 йыл йомғаҡтары буйынса ҡуйылған, ул саҡта иҡтисадҡа 783,8 миллиард һум йәлеп ителгән.