Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ғинуар , 08:10

Ижади индустрия өлкәһендә эшҡыуарҙар һаны 30 процентҡа артҡан

Башҡортостанда ижади индустрия өлкәһендә бәйле өлкәлә 9 меңдән ашыу хужалыҡ итеүсе субъект эшләй. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ижади индустрия өлкәһендә эшҡыуарҙар һаны 30 процентҡа артҡан
Ижади индустрия өлкәһендә эшҡыуарҙар һаны 30 процентҡа артҡан

Йәғни, 2025 йылда был өлкәлә эшҡыуарҙар һаны 30 процентҡа артҡан. Реклама һәм PR, программа тәьминәте, гастрономия, арт-индустрия һәм дизайн әүҙем үҫешә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан был өлкәлә Рәсәйҙең ижади төбәктәре араһында тәүге өсәү иҫәбенә ингән.

Башҡортостанда иҡтисадтың ижади секторының иҡтисади ҡеүәтен тормошҡа ашырыу өсөн уға дәүләт ярҙамының комплекслы системаһы булдырылған. Мәҫәлән, төбәктә ижади индустрияларҙы үҫтереү тураһында закон ҡабул ителгән. Креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса Совет эшләй, республика Башлығы ҡатнашлығында даими рәүештә «Креатив индустриялар сәғәте» форматында кәңәшмәләр үтә.

Шулай уҡ, «Креатив Башҡортостан» сайты эшләй, унда ғәмәлдәге ярҙам саралары менән танышырға һәм креатив индустрия субъекттары реестрына индереүгә ғариза бирергә мөмкин.

Республика башлығы иҡтисадтың ижади секторын үҫтереү бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, яңы эш урындары булдырыуға, төбәктең инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға булышлыҡ итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, ошо йүнәлештә системалы эште дауам итергә ҡушҡан.

 - Муниципалитет етәкселәренең ысын мәғәнәһендә ижади индустрияларҙы үҫтереү идеяһы менән яныуы мөһим. Күп илдәрҙә уларҙың иҡтисадҡа индергән өлөшө 50 проценттан ашып китә. Беҙҙең өсөн 6-10 процент ориентир-ул инде әһәмиәтле күрһәткес. Иң мөһиме - Башҡортостанда бик күп талантлы кешеләр йәшәй. Беҙҙең бурыс-улар үҙҙәрен тыуған республикала тормошҡа ашыра алһын өсөн шарттар булдырыу, – тип билдәләй Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас