3,136 миллиард һум күләмендә ҡаралған финанслау 824 кеше өсөн торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
2025 йылда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә федераль һәм республика бюджеттарынан 2,8 миллиард һум йүнәлтелгән. Шул арҡала 947 кеше яңы торлаҡ ала алған.
Федераль ярҙам шулай уҡ 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем иҫәпкә торған һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән торлаҡҡа мохтаж кешеләрҙе үҙ эсенә ала. Былтыр ошо маҡсатҡа 48,2 миллион һум йүнәлтелгән. Был 23 кешегә торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек биргән.
2005 йылдың 1 ғинуарынан иҫәпкә торған торған хроник ауырыуҙарҙың ауыр формалары менән яфаланған инвалидтарға республика бюджеты иҫәбенә ярҙам күрһәтелә. 2025 йылда был маҡсатҡа 214 миллион һум йүнәлтелгән, 58 кеше торлаҡ алған.