Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Февраль , 09:00

Емеш-еләк һәм йәшелсә импорты 2,6 тапҡырға кәмегән

Ғинуарҙа Башҡортостанға сит илдәрҙән 129 тоннанан ашыу емеш-еләк һәм йәшелсә индерелгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Емеш-еләк һәм йәшелсә импорты 2,6 тапҡырға кәмегән
Емеш-еләк һәм йәшелсә импорты 2,6 тапҡырға кәмегән

2025 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда күрһәткес 2,6 тапҡырға кәмегән — уҙған йылдың тәүге айында республикаға йәшелсә-емеш продукцияһы импорты 337 тоннанан ашҡан.

Иң күп продукция Әзербайжан, Ҡытай һәм Төркиә илдәренең ауыл хужалығы етештереүселәренеке булған.

Импорт йәшелсә, емеш-еләктәре төбәккә һигеҙ партияла килтерелгән, һәр береһенән Россельхознадзор ҡарамағындағы профилле лабораторияла экспертиза үткәреү өсөн өлгөләр һайлап алынған.

2025 йылда Башҡортостанға сит илдәрҙән 4,5 мең тонна йәшелсә һәм емеш-еләк килтерелгән. 2024 йыл менән сағыштырғанда күрһәткес 16 процентҡа артҡан.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас