Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Февраль , 07:30

Үҙмәшғүлдәр һаны арта

2026 йылдың ғинуар йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 350,2 мең кеше тәшкил иткән. Дөйөм һандан 22,5 меңе шәхси эшҡыуарҙар.

Үҙмәшғүлдәр һаны арта
Үҙмәшғүлдәр һаны арта

2025 йылдың декабре менән сағыштырғанда профессиональ килемгә һалым түләүселәр һаны 2 процентҡа тиерлек артҡан. Бер йылда төбәктә үҙмәшғүлдәр һаны 29 процентҡа артҡан, 2025 йылдың ғинуар йомғаҡтары буйынса улар 271,1 мең булған.

Волга буйы федераль округында 2026 йылдың ғинуар йомғаҡтары буйынса үҙмәшғүлдәр һаны 2,7 миллион кешегә еткән. Бер айҙа күрһәткес 1,7 процентҡа, бер йылда 27,6 процентҡа артҡан.

Округта профессиональ килемгә һалым түләүселәрҙең иң күп өлөшө Татарстанда (453,5 мең), Һамар өлкәһендә (360,3 мең) һәм Башҡортостанда теркәлгән. Волга буйы федераль округында иң аҙ үҙмәшғүлдәр Мордовияла (42,1 мең), Мари илендә (49,1 мең) һәм Пенза өлкәһендә (89,4 мең кеше) иҫәпләнә.

Дөйөм алғанда, рәсәйҙә ғинуар йомғаҡтары буйынса үҙмәшғүлдәр һаны 15,7 млн тәшкил иткән. Ғинуарҙа күрһәткес 1,7 процентҡа, бер йылда 25,9 процентҡа арта.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас