Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Февраль , 07:40

Учалыла ҡыйыҡ гранулдары етештереү буйынса яңы цех эш башланы

25 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Учалыла ҡыйыҡ гранулдарын сығарыу буйынса «Технониколь» корпорацияһының «СтройМинерал» заводының технологик линияһы эшенә старт бирҙе. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Учалыла ҡыйыҡ гранулдары етештереү буйынса яңы цех эш башланы
Учалыла ҡыйыҡ гранулдары етештереү буйынса яңы цех эш башланы

Сара Өфөлә барған «УралСтройИндустрия» халыҡ-ара форумында үтте.

Яңы цех һығылмалы черепицаның декоратив-һаҡлау ҡатламын етештереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә эшләй башланы. Был түбән ҡатлы төҙөлөш үҫешенә булышлыҡ итәсәк.

«Технониколь» корпорацияһының перспективалы материалдар әҙерләү йүнәлеше етәксеһе Алексей Алматов төбәк етәксеһенә һәм республиканың идара итеү командаһына инвестиция проектына ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Бөгөн беҙ цехты техник яҡтан эшләтеп ебәрәбеҙ, ул бөтә етештереү комплексының мөһим элементтарының береһе булып тора. Төҙөлөш баҙарында ҡатнашыусыларҙың һәм ҡулланыусыларҙың барыһы ла матур һәм практик ҡыйыҡты лайыҡлы баһалар тип ышанам, – тине Алексей Алматов.

Башҡортостан Башлығы заводтың хеҙмәт коллективына уңыштар теләне.

- Был ҙур, көслө, ныҡлы предприятие. Коллегаларыбыҙ менән бергә республикала яңы заводтар асылыуына, уларҙы яңыртыуға, инвестициялар үҫешенә шатбыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Учалыла ҡыйыҡ гранулдары етештереү буйынса яңы цех эш башланы
Учалыла ҡыйыҡ гранулдары етештереү буйынса яңы цех эш башланы
Автор: Вил Илһамов
Читайте нас