Уларҙы тормошҡа ашырғанда 40 эш урыны булдырыласаҡ.
Иң ҡиммәтле проект - Шишмә ҡасабаһында «Альянс» күп функциялы комплексын төҙөү. Инвестициялар күләме 250 миллион һумға баһалана. Инвестор булып «ФинИнвест» компанияһы сығыш яһай, проекттың кураторы булып республиканың Сауҙа министрлығы тора. Уны тормошҡа ашырғанда биш эш урыны булдырыласаҡ.
Икенсеһе, «Авинаут» компанияһының Архангел районында 120 миллион һумға ял базаһын төҙөү буйынса проекты өҫтөнлөклө булды. Был проект республиканың Эшҡыуарлыҡ министрлығы күҙәтеүендә барасаҡ. Ял базаһында бер үк ваҡытта 160 кеше ял итеүе мөмкин. Уны Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары сигендә төҙөргә ниәтләйҙәр.
Салауат районында төҙөләсәк балыҡ фермаһы өҫтөнлөклө статус алды. Инвестициялар 48 миллион һумға баһалана, ете яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Өфө районының Авдон ауылында төҙөләсәк юл буйы комплексы өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде. Проектты «Ника» компанияһы тормошҡа ашыра, уның хаҡы 47,4 миллион һум тәшкил итәсәк, биш эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Өҫтөнлөклөләр исемлеген «Гармония» компанияһының Шишмә районында шул уҡ исемле медицина үҙәген төҙөү буйынса проекты тулыландыра. Уны төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы күҙәтәсәк. Инвестициялар күләме 44,3 миллион һум тәшкил итәсәк, 13 эш урыны булдырыласаҡ.
2026 йылдың март башына өҫтөнлөклөләр исемлегендә бөтәһе 394 проект иҫәпләнә, инвестпортфель 854,6 миллион һум тәшкил итә, 29,2 мең эш урыны булдырыу планлаштырыла. Бындай статус компанияларға бер нисә өҫтөнлөктән файҙаланырға, шул иҫәптән ер участкаһын сауҙаһыҙ ҡуртымға алырға мөмкинлек бирә.