2026-2030 йылдарға иҫәпләнгән республиканың газ менән тәьмин итеү һәм газлаштырыуҙы үҫтереү программаһы 40 ҡасаба эсендәге газ үткәргесте проектлауҙы, 36 ҡасаба-ара газ үткәргесте һәм 61 ҡасаба эсендәге газ үткәргесте төҙөүҙе ала.
2021-2025 йылдарҙа 22 ҡасаба эсендә газ үткәреүгә проект эштәре, биш ҡасаба-ара һәм 20 ҡасаба эсендә газ үткәргес төҙөү һәм монтажлау эштәре тамамланған.
Быйыл республикала тағы ла алты ҡасаба-ара һәм бер ҡасаба эсендә газ үткәргес төҙөү планлаштырыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021-2025 йылдарға Башҡортостанда газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү программаһында 2 мең километрҙан ашыу ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендәге газ үткәргестәр төҙөү, 181 тораҡ пункттын газлаштырыу ҡаралған ине. Уларҙа 26 меңдән ашыу йорт урынлашҡан. Бөтә алынған пландар уңышлы үтәлгән.
Республиканың 25 муниципалитетында бөтәһе 107 тораҡ пункт газға тоташтырылған, 8169 йортҡа газ үткәреү мөмкинлеге булдырылған.